Башҡортостан менән Беларусь ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса яңы килешеүҙәр төҙөнө
Башҡортостан менән Беларусь ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса яңы килешеүҙәр төҙөнө Республика менән идара итеү үҙәгендә Радий Хәбиров менән Роман Головченко ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөм ултырышын үткәрҙе. Ҡатнашыусылар иҡтисадта һәм социаль өлкәлә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын, шулай уҡ үҙ-ара эш итеүҙең яңы йүнәлештәрен тикшерҙе. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ауыл хужалығы продукцияһы һәм коммуналь техника менән тәьмин итеүҙә яҡшы үҫеш күҙәтелә, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек нығый.