Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө менән танышты
Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө менән танышты Башҡортостандың дөйөм белем биреү системаһы флагманы. Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө менән танышты. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса сафҡа индерелгән объекттың әҙерлеге-35 проценттан ашыу. Төбәк башлығы торлаҡ корпусына иғтибарын йүнәлтте. Беренсе ҡатта саҡырылған уҡытыусылар өсөн номерҙар ҡаралған. Өҫкө ҡаттарҙағы 2-3 урынлыҡ бүлмәләрҙә балалар йәшәйәсәк. Әле эске эштәр бара, декабрҙә бинаға йылы биреләсәк. Былтыр төҙөлә башлаған лицей-интернат дүрт блокты үҙ эсенә ала.