Радий Хәбиров Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы президенты Екатерина Лахова менән осрашты
Радий Хәбиров Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы президенты Екатерина Лахова менән осрашты Сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре республикаға «Ауылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур советы» форумында ҡатнашыу өсөн килгән. «Башҡортостан-көслө ауыл традициялары булған төбәк. Беҙҙә 4 мең ярым самаһы ауыл бар, уларҙа халыҡтың өстән бер өлөшөнән ашыуы йәшәй. Шул уҡ ваҡытта ауыл биләмәләре башлыҡтарының 70 проценттан күберәге һәм муниципалитеттарҙың алты етәксеһе-ҡатын-ҡыҙ»,-тине төбәк етәксеһе. Фекер алышыу барышында яҡтар берлектәге эштең төп йүнәлештәрен һәм артабанғы хеҙмәттәшлекте тикшерҙе.