Ҡариҙел районында Фәриҙә Хафизова ике яралы аҡҡошто тәрбиәгә алған
Ҡариҙел районында Фәриҙә Хафизова ике яралы аҡҡошто тәрбиәгә алған Ҡариҙел районында йәшәүсе Фәриҙә Хафизова күҙҙәре һуҡырайыу сәбәпле башҡа иптәштәренә эйәреп йылы яҡҡа китә алмаған аҡҡошты тәрбиәгә алған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамы менән аҡҡошҡа реабилитация үткәрелгән. Ҡырағай ҡошто артабан уны ҡотҡарыусы хужабикә йортонда ҡалдырырға тигән ҡарар сығарылған. Яңғыҙына күңелһеҙ булмаһын өсөн йорт хужабикәһе уға иптәшкә ҡанаттары ауыртҡан тағы бер аҡҡошто эйәләштергән.