Башҡортостандың Иглин районында «Ауылда ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы» форумы үтте
Башҡортостандың Иглин районында «Ауылда ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы» форумы үтте Илдең 12 төбәгенән һәм Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 400-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ сарала ҡатнашты. Форумда ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған төп мәсьәләләр күтәрелде. Мәшғүллек, дәүләт ярҙамы, социаль яҡлау, рухи ҡиммәттәр һәм матурлыҡ тураһында ла фекер алыштылар. Ғәҙәттәгесә, форум майҙансығында БСТ телеканалының асыҡ студияһы эшләне. Ҡунаҡта – Венера Насырова, Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Ҡорот эшләү менән шөғөлләнә башлау идеяһы нисек тыуған? Учалы районында ҡатын-ҡыҙҙар советы ниндәй эштәр башҡара? Был хаҡта тулыраҡ – интервьюла.