Белгестәр декоратив үҫемлектәрҙе хәҙер ултыртырға кәңәш итә
Белгестәр декоратив үҫемлектәрҙе хәҙер ултыртырға кәңәш итә Күпселек емеш ағастарын ултыртыуҙы яҙға тиклем ҡалдырыу хәйерле. Ә бына декоратив үҫемлектәр өсөн иң ҡулай ваҡыт. Белгестәр әле яҙ сәскә атҡан ҡыуаҡ һәм ағас үҫемлектәрен ултыртырға кәңәш итә. Сөнки уларҙың төп һут хәрәкәте туҡтаған. Әгәр ҙә хәҙер был үҫемлектәрҙе ултыртһаң, яҙға улар уяна һәм вегетация башлай.