Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә һорауҙар ҡабул итеү дауам итә
Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә һорауҙар ҡабул итеү дауам итә 11 ноябрь киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә. Мөһим сараға әҙерлек сиктәрендә республикала күсмә студия эшләй. Видеоһорауҙар бөгөн Өфөлә «Көрәш һарайы» алдындағы майҙанда һәм Шишмә районында «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар визит үҙәгендә яҙҙырылды. Ауыл юлдарын ремонтлау, ҡала урамдарын яҡтыртыу, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау мәсьәләләре-күсмә студияға килеүселәрҙең һорауҙары күп төрлө ине. Улар республика етәксеһенә борсоған һорауҙарын биреү мөмкинлеге өсөн рәхмәтен дә белдерҙе. Иртәгә, 1 ноябрҙә төбәк етәксеһенә һорауҙарҙы баш ҡаланың «Мега» сауҙа һәм күңел асыу комплексы алдында көндөҙгө сәғәт 2-нән төнгө 10-ға тиклем яҙҙырырға мөмкин.