Өфөлә «Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия» фестиваль-форумы үтә
Өфөлә «Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия» фестиваль-форумы үтә Башҡортостандың мәҙәни коды бар ғаләмгә асыҡ. Бөгөн уның менән Рәсәй төбәктәре һәм 14 сит илдән килгән кешеләр танышты. Баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында «Рәсәй креатив аҙналығы-Евразия» фестиваль-форумы үтә. Бөгөн уның сиктәрендә Башҡортостандың креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советы ултырышы ла уҙҙы. Республикала креатив иҡтисад ни тиклем үҫешкән һәм уны тағы ла киңерәк йәйелдереү мөмкинлектәре ниндәй?