Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырҙы
Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр, быуын, милләт вәкилдәре бар. Әммә уларҙың бөтәһен дә Ватанға тоғролоҡ, һайлаған һөнәренә һөйөү берләштерә. Һеҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, һеҙҙең һымаҡ шәхестәр республиканың көсө, байлығы тине Радий Хәбиров.