Радий Хәбиров Креатив индустрияларҙың Евразия штабын булдырырға тәҡдим итте
Радий Хәбиров Креатив индустрияларҙың Евразия штабын булдырырға тәҡдим итте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Креатив индустрияларҙың Евразия штабын ойошторорға тәҡдим итте. Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу майҙансығы буласаҡ. Өфөлә үткән «Рәсәй креатив аҙналығы-Евразия» форумында төбәк етәксеһе креатив тармаҡ аша иҡтисадты үҫтереү, был өлкәләге эшмәкәрлекте көйләүсе закондарҙы камиллаштырыу һорауҙарына туҡталды.