Перейти к содержимому
Максиметер

Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара үтте Рәсәй Халыҡтар берҙәмлеге көнөн ҡаршы алырға йыйына. Был байрам тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Дүрт быуаттан ашыу элек Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Шул ваҡыттан алып ошо дата илгә хәүеф янағанда берҙәмлектең, татыулыҡтың төп көс булыуы хаҡында хәтерләтеп тора. Күп милләтле Башҡортостан өсөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө айырым әһәмиәткә эйә, төбәктә быуаттар дауамында йөҙҙән ашыу милләт бер ғаилә булып дуҫ, татыу йәшәй. Байрам айҡанлы улар «Башҡортостан» концерт залына йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

84 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

801 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.