#СалауатЮлаев — 16 июня 2026 г. в 18:04:11.402
#СалауатЮлаев Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 272 йыл! Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып, Ҡайтып киләм, тауҙар артылып. Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем, Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың. Таңдарымда миңә ҡояш баҡты, Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә. Көнөн-төнөн еләм тынғы белмәй, — Иҫән-һауҙар микән илдәрҙә? Әминәкәй көтөп ҡаршы алыр, Рамазаным булыр ҡулында. — Һаумы, улым, һаумы, Рамазаным, Йәндәр аттым һин тип юлымда.

