Ярат ауылы китапханаһында Мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә — 16 июля 2026 г. в 12:11:19.755
Ярат ауылы китапханаһында Мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған "Беҙ бергә - татыу ғаилә" тип аталған сара үтте. Сарала Ғүмәр ауылынан 7 ул үҫтереүсе ата-әсә Марс һәм Әнисә Мырҙабаевтар, 5 балаға ғүмер биреүсе Рима һәм Сөләймән Үҙәнбаевтар, оҙаҡ йылдар К.Маркс колхозы эшселәре - Хибизә һәм Рәхимйән Теләүсиндәр, Шәһиҙә һәм Сәғәҙей Ғүмәровтар, уҡытыусылар Рәсимә һәм Миңнәхәт Назаровтар, 5 бала үҫтереүсе ата-әсә, 10 ейән-ейәнсәргә өләсәй-ҡартатай Сулпан һәм Әкрәм Үҙәнбаевтарҙың ғаиләләре ҡатнашты. Ҡунаҡтар "Бәхет нимә ул?" тигән һорауға яуап бирҙеләр, үҙҙәренең нисек танышып, ғаилә ҡороуҙары тураһында һөйләп үттеләр. Ярат биләмә башлығы Альбина Байымова сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Сараның икенсе өлөшөндә ҡунаҡтар тормоштан алынған төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан яңы повесть-хикәйәләр менән таныштылар.

