Хикмәтле тамға. Булған хәл — 4 июня 2026 г. в 15:48:14.636
Хикмәтле тамға. Булған хәл Кисә генә үҙенең һөйгән ҡыҙынан хат алды Ганс. Һөйгәне уның осоусы булыуы менән сикһеҙ ғорурланыуы, уның һәр бер хатын йоҡлар алдынан туғандарына ҡысҡырып уҡыуы тураһында яҙған. Ганс һөйгәненең оло камин алдында йыйылышып ултырған өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-ат алдында үҙенең «ҡорос бөркөтөнөң» батырлыҡтары тураһында ғорурланып бәйән итеүен күҙ алдына килтереп, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы ла, самолетын ҡырынайта биреп, колонна өҫтөнә уҡталды. Һибәтулла тап үҙҙәренә йүнәлгән, пулеметтары менән һауа тетрәтеп үкереп килеүсе самолетҡа текәлеп, ҡатып ҡалды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-04/hikm-tle-tam-a-4710002

