– Илһам, Илһам улым, тор! Тор, балам, – өләсәйемдең бар көсөнә ҡалтыранып ҡысҡырған ҡар... — 4 июня 2026 г. в 18:58:00.728
– Илһам, Илһам улым, тор! Тор, балам, – өләсәйемдең бар көсөнә ҡалтыранып ҡысҡырған ҡарлыҡҡан тауышына һикереп килеп торҙом. – Ни булды, өләсәй? – Ни уйларға ла белмәй, башымдан "әллә янғын сыҡҡан микән", тигән уй сыйлап үтте. – Аҡморон... Аҡморонҡай, эй бахырҙы... – тине лә өләсәй һүҙен дауам итә алманы. – Нимә? Нимә? – Йөрәгем өҙөлөп төштө, үҙем дөбөр-шатыр кейенә башланым. – Атыбыҙ юҡ... Һәләк булған! Эй, Раббым... Ни эшләргә? Балам, күршеләргә барып кил... Эй, Хоҙайым... – Өләсәйҙең ниҙәр һөйләп тороп ҡалғанын ишетмәнем, мин тышта инем инде. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-04/a-bu-at-4710807

