😱Күгәрсен кешеһе айыу менән күҙмә-күҙ осрашҡан. — 5 июня 2026 г. в 14:32:56.763
😱Күгәрсен кешеһе айыу менән күҙмә-күҙ осрашҡан. 🎥Видеоға ла төшөрөп алған әле: https://ejansura.ru/news/hakbul/2026-06-05/k-g-rsen-keshe-e-ayyu-men-n-k-m-k-osrash-an-video-4712253 ‼️Айыу менән осрашҡанда ни эшләргә?! Хайуандар кешегә һөжүм итергә уйламай, шуға күрә ул кеше килеүен белһен һәм был урындан китһен өсөн (күренеү мотлаҡ түгел) тауыш бирергә кәрәк. Әгәр айыу, бигерәк тә уның балаһын күрһәгеҙ, фото, видео төшөрәм, ашатам тип, янына бармағыҙ. Айыу менән осрашһағыҙ, унан ҡасырға ярамай, сөнки был уның эҙәрлекләү инстинктын уятырға мөмкин, арҡа менән боролмай ғына был урындан китеү мөһим. Айыу тыныс булып күренгән хәлдә лә уның йыртҡыс икәнлеген оноторға ярамай, ул һәр ваҡытта һөжүм итергә әҙер.

