Йөҙ ҙә беренсе шишмә – Абзанда — 5 июня 2026 г. в 13:58:35.583
Йөҙ ҙә беренсе шишмә – Абзанда Туҙан бөртөгө ҡәҙәр генә изге эшкә лә Аллаһы Тәғәлә үҙенең әжәр һауабын бирер, тиелә Ҡөрьән аятында. Районда барған шишмәләр төҙөкләндереү конкурсында Абзан биләмәһе ауылдары ҙа әүҙем ҡатнашты: бында ете шишмә тәртипкә килтереледе. Бәйге тамам, әммә эштәр дауам итә. Быйыл биләмәлә – һигеҙенсе, район буйынса йөҙ ҙә беренсе инеш яңы һулыш алды. Был изге эш әле Өфөлә йәшәгән Абзан егете Азамат Назаровтың башланғысы менән башҡарылды. – Элек, беҙ йәш саҡта байрамдарҙа йыйылғанда ошо шишмә яны өсөн талаш була торғайны. Урыны шул тиклем матур: шишмә янындағы йылғаға матур ғына итеп барып ҡушыла. Ул элек янындағы Аҡман тауы исеме менән йөрөтөлгән. Ваҡыт үтә килеп, Беляйкаға әйләнгән, – Азаматтың атаһы Хәлил ағай шишмәнең тарихын һөйләй. – Ҡайһы берәүҙәр килеп әйтеп тә йөрөнө, ни эшләп ундай исем ҡуштығыҙ тип. Ә былай Беляйка исеме ҡасандыр ветлечебницала эшләгән ветеринарҙың фамилияһынан ҡалған. – Эйе, мин дә уны Беляйка тип беләм. Ә һин үҙеңдең фамилияңды ҡалдыр бында, – тип һүҙгә ҡушыла Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин олатай. Беҙгә уның менән бергәләп шишмәне барып күреү бәхете тейҙе. https://ejansura.ru/articles/ataisal/2026-06-05/y-berense-shishm-abzanda-4711990

