Хәйерле булһын изге йома иртәһе! — 5 июня 2026 г. в 07:21:04.043
Хәйерле булһын изге йома иртәһе! "Тышта ямғыр яуһа яуһын - өйҙә ямғыр булмаһын. Күңел ҡояшығыҙ һәр саҡ балҡып янып торһон!" - тибеҙ ҙә, һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршы алабыҙ!Ямғыр яуғанда уҡыла торған доға: اللّهُمَّ صَيِّـباً نافِـعاً Аллааһүммә, саййибән нәәфиғән. Эй Аллаһ, файҙалы ямғыр бир (Эй Аллаһ, был ямғыр файҙалы булһын.) *** Ямғыр яуғас уҡыла торған доға: مُطِـرْنا بِفَضْـلِ اللهِ وَرَحْمَـتِه «Мутырнәә бифәдлилләәһи үә рахмәтиһ." Аллаһ рәхмәте һәм ниғмәте менән беҙгә ямғыр яуҙыр (Беҙ ямғырға туйындыҡ.) Йәшен менән күк күкрәгәндә уҡыла торған доға اللهم لا تَقْتُلْنا بِغَضَبِك وَلا تُهْلِكْنا بِعدابِك وعافِنا قَبْلَ دلِك «Аллааһүммә ләә тәҡтүлнәә биғадабикә үә ләә түһликнәә би ғәҙәәбикә үә ғәәфинәә ҡаблә ҙәәлик». (Аллаһым! Асыуың менән үлтермә, ғазабың менән һәләк итмә үә ахырын хәйерле ҡыл.) *** سُبْـحانَ الّذي يُسَبِّـحُ الـرَّعْدُ بِحَمْـدِهِ، وَالملائِكـةُ مِنْ خيـفَته «Сүбхәәнәлләҙии йүсәббихүр-рағдү би хәмдиһии үәл- мәләәикәтү мин хыыфәтиһ». (Күк күкрәү ҙә Уны данлап тәсбих әйтә, фәрештәләр ҙә Унан ҡурҡып).

