Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусы, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальондың наводчик-операторы Сергей Жуков хәрби бурысын үтәгәндә оҫталыҡ күрһәткән. Яугирҙең батырлығы тураһында «Башҡорт батальоны» хәбәр итә. Сержант Жуковтың расчётына ВСУ-ның позицияһын юҡ итергә бойороҡ бирелә. Дошмандың БПЛА-ны әүҙем ҡулланыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең яугирҙәр йәйәүләп тәғәйен урынға барып етеп, боевиктарға яҡыныраҡ позицияны һайлай. Һалҡын ҡанлылыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, төркөм реактив ҡулайламаны урынлаштыра. Сержант Жуковтың расчёты 17 километр алыҫлыҡтан дошмандың дрондар менән идара итеү пунктын юҡҡа сығара. Был Рәсәйҙең штурм подразделениеларына хәрби бурысты юғалтыуһыҙ үтәргә мөмкинлек бирә. Күрһәтелгән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Сергей Жуков дәүләт наградаһына тәҡдим ителде. ---------------------------------------------- БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр Иҫәнғол ауылы, Сәнәғәт урамы, 14/2 адресы йәки 8-937-481-00-05 телефоны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала.
СВО 2024
СВО | Сводки СВО | Видео СВО
СВО 2024
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.