— Наҙгөлдөң... Наҙгөлдөң эсенә йылан керҙе. — 18 июня 2026 г. в 16:03:27.259
— Наҙгөлдөң... Наҙгөлдөң эсенә йылан керҙе. Оләсәйҙең йөҙө ҡара ҡойолдо: — Йә Хоҙа! Аҡ күңелле баланың ни ғәйебе. Кем ҡарғышы төштө башына?.. — Мин... Мин... Йылан үлтерҙем сабынлыҡта. Быныһы, күрәһең, үс итеп... — Яҡшыға илтмәй шул ул яһиллыҡ. Әҙәм сырхауы бер ғилләттер, халыҡ сырхауы яһиллыҡтыр. — Ҡалаға больницаға алып китәйем микән әллә Наҙгөлдө? — Ниндәй бәлнис? Торма йән көйөгө булып һерәйеп, йыланды сығарайыҡ үҙебеҙ Наҙгөлгә эркет эсереп. Наҙгөлдө уятып, мунсаға алып барҙылар. ”Иншалла, сихәте булһын”, — тип, шифаһын маҡтай-маҡтай, оләсәй Наҙгөлгә эркет һыуы эсерҙе. Төрлөсә им-том итеп, уның эсенә ҡулын ҡуйып уҡынды: ”Бисмилләәһ. Бисмилләәһ. Бисмилләәһ. Балама килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәм әрнеүҙәрҙән арынып, Аллаһым, һинең бөйөклөгөңә, көс-ҡөҙрәтеңә һыйынам...” Наҙгөл ләүкәлә йоҡоға талды. Шым ҡалдылар, йөрәктәр генә дөп-дөп тибә. Бик оҙаҡ ваҡыт үтте һымаҡ. Ҡапыл йылан күренде. Албырғап, ҡалтырап, Ҡабил аңғармаҫтан урындыҡтан мунса һүмесен бәреп төшөрҙө. Шаҡ иткән тауышҡа һиҫкәнеп, йылан кире тартылды. — Ҡаршылыҡ тыуҙы, сыҡманы, ҡоһоро ебәрмәй, — тине оләсәй бошоноп. — Инде икенсе әмәлде ҡылып ҡарайыҡ. Кейәү, бар, атыңды үргә ҡарай тиргә төшөргәнсе ҡыу. Шунан ошо һүмескә бер сөңкәләй тирен һығып ал да йәһәт кенә индер. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-18/o-or-4724139

