Ҡыҙ өйҙә 12 йәшлек апаһы менән ҡала. Мәүлиҙә йәшел сиҙәм өҫтөнә ултырып, көпшәнән яһалғ... — 18 июня 2026 г. в 06:26:04.559
Ҡыҙ өйҙә 12 йәшлек апаһы менән ҡала. Мәүлиҙә йәшел сиҙәм өҫтөнә ултырып, көпшәнән яһалған ҡурсактарын кейендереп ҡыҙығып уйнап ултыра ине. Бер ваҡыт бер төркөм сиғандар килеп инделәр ихаталарына, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙары бала аҫҡан, ирҙәре лә бар. Балаларына ашарға һорайҙар икән, өйҙән сыҡҡан апаһына «Давай, погадаю», тип уның ҡулын тота башланылар. Малайҙары һорауһыҙ-ниһеҙ туп-тура өйгә инеп китмәһендәрме! Һигеҙ йәшлек Мәүлиҙә быларҙы күреп, тегеләрҙең артынса өйгә инеп китте. Шалдор-шолдор итеп, бахырҙар тамаҡ эҙләйҙәр. Бер ҡатҡан икмәк табып алдылар ҙа, эй, киттеләр шуға талашып, ҡыҙҙан ҙурыраҡ бер егет инеп тегеләрҙе саҡ һуҡҡылап айырып алды. Теге егет Мәүлиҙәгә ҡарап ҡатҡан да ҡалған. Артҡа тарап һалған тулҡынланып торған сөм-ҡара сәстәре үҙенә килешеп тора. Алһыу күлдәк өҫтөнән ҡара еңһеҙ көртә, ҡара салбар кейгән егет ҡарап тороуға бик һылыу ине. Ҡыҙ ҡурҡышынан артҡа шылып барып, шкаф артына йәшенде. Быға тиклем апаһын аптыратҡан сиған ҡатындары өйгә инеп, үҙҙәренсә һөйләшә башланылар. Егет шкаф артындағы ҡыҙға төртөп күрһәтте. Киттеләр тегеләр сыулап, «Ой, красавица, айда с нами, не пожалеешь», тип Мәүлиҙәнең ҡулынан һөйрәкләй башламаһындармы. Ярай шул арала апаһы күршеләге Солтан бабайҙы мылтығы менән ҡуша алып инеп, тегеләрҙең тетмәкәйен уҡытып сығарып ебәрҙеләр. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-18/yuanys-y-sht-re-4722798

