Баҡса еләге бешкән саҡ, әйҙәгеҙ, еләкле-ҡаймаҡлы пирог бешерәйек🍓 — 18 июня 2026 г. в 08:45:42.829
Баҡса еләге бешкән саҡ, әйҙәгеҙ, еләкле-ҡаймаҡлы пирог бешерәйек🍓 Кәрәк була: Баҡса еләге - 400-500 г Ҡаймаҡ - 250 г Йомортҡа - 3 шт. Еҫһеҙ үҫемлек майы - 50 мл Шәкәр ҡомо - 120 г Ванилин - 20 г Он - 250 г Разрыхлитель - 2 балғалаҡ Тоҙ - 1 семтем Соус өсөн: Баҡса еләге - 400-500 г Шәкәр ҡомо йәки бал - 1 балғалаҡ Эш барышы: Бер семтем тоҙ өҫтәп йомортҡаны миксер менән күпертәбеҙ. Әкренләп шәкәр ҡомон һәм ванилинды өҫтәй барабыҙ. Аҡ булып күпергән йомортҡаға ҡаймаҡ һәм үҫемлек майы өҫтәбеҙ. Тағын күпертәбеҙ. Разрыхлитель менән иләнгән ондо әкренләп массаға өҫтәй барабыҙ. Еләкте ике өлөшкә айырып бер өлөшөн шаҡмаҡлап, бер өлөшөн урталай бүлеп турайбыҙ. Форманың төбөнә пергамент йәйәбеҙ ҙә ҡамырҙың яртыһын ағыҙабыҙ, өҫтөнә туралған еләкте һалабыҙ. Унан ҡалған ҡамырҙы ағыҙып, урталай бүленгән еләкләрҙе теҙәбеҙ. Пирогты 180-190 градуслы духовкала 50 минут бешерәбеҙ. Әҙер пирогты форманан алғансы 15-20 минут һыуытығыҙ. Еләк соусы өсөн еләк менән бал йәки шәкәрҙе блендерҙа әйләндереп алығыҙ. Пирогты табынға биргәндә еләк соусы менән биҙәп бирегеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

