Бына ул буш күнәге менән яныма килә, ә мин һаман эстә көрәп маташам. Сөнки, ағайым әйтк... — 19 июля 2026 г. в 15:54:03.014
Бына ул буш күнәге менән яныма килә, ә мин һаман эстә көрәп маташам. Сөнки, ағайым әйткәнсә, аҡ балсыҡтың иң ағын, ондай йомшағын тултырғым килә минең. Шуға, бер нәмә лә уйламайынса, төпкәрәк үтергә тырышам. Бына бер саҡ ҡапыл ҡот осҡос тауышҡа һиҫкәнеп киттем. – Ғәлимйән!.. Мин әйләнеп тә ҡараным, күҙ алдарым ҡараңғыланып та китте. Өҫтәмә ҡалын тупраҡ ишелеп төштө. Мин соҡорҙан сығып өлгөрә алмай ҡалдым. Ҡапыл бар донъя яҡтырып киткәндәй булды. Утлы ҡояш баш осомда ғына торған төҫлө. Мин уны тоторға теләйем, ләкин ҡулдарым, ни хикмәт, һис йөрөмәй, гүйә, ҡаҙаҡлап ҡуйғандар. Улай ҙа булмай, ҡояш минән алыҫлаша, күҙ алдарым томалана башланы. «Китмә, ҡояш! Китмә! һин киткәс, миңә ни ҡала!» – тип һөрән һалғым килә минең, ләкин тауышым да, өнөм дә сыҡмай. Ҡояш мине тыңламаны, үҙ юлынан китеп барҙы. Ҡалғанын бер нәмә лә белмәйем дә, иҫләмәйем дә... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-19/a-tau-y-a-balsy-y-4756384

