Асығып ҡайтҡан Рамаҙан тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны, ишек асылып китте лә алпан-толпан... — 19 июля 2026 г. в 14:44:47.439
Асығып ҡайтҡан Рамаҙан тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны, ишек асылып китте лә алпан-толпан баҫып атаһы, уның артынан тағы теге әшнәһе килеп инде. Ата кеше өҫтәлгә бер “ярты” ҡуйҙы ла ашап ултырған улына һыҙғырҙы: “Выжжжт атсюдава, пацан”. Унан ҡатынына екерҙе: – Хәлфиә, ҡапҡыларға берәй нәмә ҡуй өҫтәлгә! Иренең холоҡһоҙлоғонан ҡурҡып бөткән ҡатыны уны тыңларға ла, тыңламаҫҡа ла белмәй өйрөлөп-сөйрөлдө. Барлы-юҡлы ризығын балаларына ашатһынмы, быларҙың алдына ҡуйһынмы? Ә ире − Ишбулды быны уйламай, уға ике донъя – бер мөрйә. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-19/yry-lytau-ylasyny-4756254

