– Әйҙәгеҙ, күрше-күлән, һыуынмаҫ борон Ләбибәнең үҙ ҡулдары менән эшләгән билмәненән ау... — 19 июля 2026 г. в 09:32:10.300
– Әйҙәгеҙ, күрше-күлән, һыуынмаҫ борон Ләбибәнең үҙ ҡулдары менән эшләгән билмәненән ауыҙ итегеҙ, – тигән бойороҡ бирҙе Самат. Ҡалаҡ-сәнскеләрҙе шатырлатып, тәрилкәләрҙе шалтыратып, барыһы ла өҫтәл уртаһында пар сығарып ултырған билмәнгә ынтылды. Шаян Шәфҡәт ағай: – Бик тәмле күренә. Ҡайҙа, әҙерәк тоҙ өҫтәйем, билмәнде әсе итеп ашарға яратам, – тип бармаҡ осо менән өҫтәне лә, барыһын ауыҙына ҡаратып, сәнскегә бер юлы өс билмәнде ҡаптырып, ауыҙына тыҡты. Бер-ике сәйнәгәс, барыһының ҡарашы уға төбәлгәнен абайлап, ауыҙын асмай ғына, ашағыҙ, бара, тигәндәй, сирылыуҙан саҡ тыйылып, ҡулын һелтәп ишара бирҙе. Ҡалған ҡунаҡтар гөр килеп көлә-көлә билмән ашарға кереште һәм ҡапыл дәррәү туҡтап ҡалды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-19/bilm-nle-tabyn-4756236

