"Рәсәй Почтаһы" яҙмышын хәл итәсәк яңы ҡанун ҡабул ителә.
"Рәсәй Почтаһы" яҙмышын хәл итәсәк яңы ҡанун ҡабул ителә. Дәүләт Думаһында "Рәсәй Почтаһы" тураһындағы мөһим ҡанунды ҡарайҙар. Депутаттар уны яҙғы сессия тамамланғанға тиклем ҡабул итергә ниәтләй. Парламент рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, почта – стратегик предприятие һәм ул мөһим социаль бурыстар үтәй: ✅ Төпкөл ауылдарҙы дәүләт сервистары һәм тауарҙар менән тәьмин итә. ✅ 8 миллион самаһы пенсионер пенсияһын почта аша ала. Шул уҡ ваҡытта почта эшендәге киҫкен проблемаларҙы ла таныйҙар: - Хат ташыусылар етешмәй. - Эш хаҡы бик түбән. - Бүлексәләр ябыла (Илдәге 42 мең бүлексәнең 6,5 меңдән ашыуы ваҡытлыса эшләмәй). Һеҙ почта менән йыш файҙаланаһығыҙмы? Һеҙҙә почта бүлексәһе эшләйме?