Ишбирҙеләр үрнәк күрһәтә! — 20 июня 2026 г. в 17:03:11.520
Ишбирҙеләр үрнәк күрһәтә! Динар Иҙелбаев етәкләгән Ишбирҙе ауыл биләмәһе район хакимиәте һәм Ҡоролтай иғлан иткән "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсын күтәреп алды һәм ең һыҙғанып эшкә тотондо. Тәүҙә ауыл биләмәһе башлығы һәм урындағы ҡоролтай рәйесе Ишбирҙе ауылының һәр урамында йәшәүселәр менән сход үткәреп, конкурсҡа ярашлы атҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләште.Бер үк ваҡытта ауыл биләмәһе хакимиәте "Иң төҙөк урам", "Иң матур йорт" конкурстары иғлан итте. "Айырым положение эшләп, һәр урам бер объект эшләргә тейеш, тигән маҡсат ҡуйылды, - тине ҡоролтай рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтов.- Арт-объектмы, балалар майҙансығымы, спорт майҙансығымы булһынмы - бына шундай уй-ниәттәр менән эште башлап ебәрҙек". Ишбирҙеләр ысын мәғәнәһендә һоҡланыу уята: улар тәүге көндәрҙән үк конкурсҡа ярашлы эштәргә ең һыҙғанып тотондо.Урамдар, йорттар төҙөкләндерелә, иҫке өйҙәрҙе һүтеү эштәре бик әүҙем бара. Афарин, ишбирҙеләр!Бына кемдән өлгө алырға кәрәк!

