Таулыҡай ауыл биләмәһенең Сыңғыҙ ауылы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән ...
Таулыҡай ауыл биләмәһенең Сыңғыҙ ауылы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсында ҡатнаша. Бөгөн ауылдың әүҙем ир-егеттәре фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәһен төҙөкләндереү эштәрен башланы. Баҡса ҡоймаларын яңырттылар, ҡороған ағастарҙы йыйып алдылар. Ир-егеттәр эштәрен тамамлағас, ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәренә тотонасаҡ.
340 просмотров