#Баймакскийрайон
#Баймакскийрайон #СамоеБлагоустроенноеСело #Иң_төҙөк_ауыл Хөрмәтле ауылдаштар! Район хакимиәте һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Иң төҙөк ауыл" конкурсында Ишмөхәмәт ауылы ла ҡатнаша . Шул уңайҙан ауылда конкурс иғлан итәбеҙ. Конкурс номинациялары: 1)"Иң матур сәскә үҫтереүсе" 2)" Иң мул баҡса" 3)"Оҫта хужабикә"( ҡышҡылыҡҡа ҡабымлыҡтар, һуттар, ҡайнатмалар эшләүсе, йәшелсәләр тоҙлаусы) 4)"Иң оҫта хужа"(ихата төҙөк, йыйыштырылған, ҡоймалар нығытылған, ҡый үләндәре сабылған, кәртә янында тиреҫ өйөмдәре таҙартылған булырға тейеш). Конкурста ихлас ҡатнашығыҙ! Еңеүселәр сентябрь айында билдәләнәсәк, ауыл хакимиәтенең дипломдары, аҡсалата сертификаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. 1-се урын-5 мең, 2-се урын-3 мең, 3-сө урын-2 мең һум. Ишмөхәмәт ауыл хакимиәте.