Перейти к содержимому
Максиметер

Башҡортостанда яғыулыҡ мәсьәләһе: 1 июлгә төп мәғлүмәттәр ⛽

Башҡортостанда яғыулыҡ мәсьәләһе: 1 июлгә төп мәғлүмәттәр ⛽ ❓Хәҙер яғыулыҡ менән хәл торошо нисек? ✅ Хәл яйлап тотороҡлана. Өфөләге АЗС-тарҙа сират кәмене, райондарҙа ла эш дауам итә. ❓Сүп ваҡытында сығарыламы? ✅ Эйе. Төбәк операторҙары штат режимында эшләй, график үтәлә. ❓Ни өсөн райондарҙа хәл төрлөсә? ✅ Иң тәүҙә яғыулыҡ ихтыяжы иң ҙур булған ҡалаларға ебәрелә. Хәҙер иһә райондарҙы һәм бәләкәй АЗС-тарҙы тәьмин итеү көсәйтелә. ❓Ни өсөн ҡайһы бер АЗС-тар ваҡытлыса ябылған? ✅ Яғыулыҡ станциялар араһында ҡабаттан бүленә. Логистика иң кәрәкле йүнәлештәрҙе тәьмин итеү өсөн көйләнә. ❓Хәл ҡасан тулыһынса тотороҡлана? ✅ АЗС-тарҙағы сираттар бөтөү менән хәлдең тулыһынса тотороҡланыуы тураһында әйтергә мөмкин. ❓Ни өсөн ҡайһы бер шәхси АЗС-тарҙа яғыулыҡ ҡиммәтерәк? ✅ Бәләкәй АЗС-тар яғыулыҡты икенсе урындан һатып ала, шуға хаҡ юғарыраҡ. Ә эре станциялар уны тура етештереүселәрҙән бүленгән квота буйынса ала. ❓Трассаларға юлға сығыу хәүефһеҙме? ✅ Эйе. Барлыҡ трасса буйындағы АЗС-тар ғәҙәти режимда эшләй, водителдәргә борсолорға урын юҡ. Яғыулыҡ буйынса брифинг: bash.news/news/26754...

277 просмотров

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.