Амур Әминев етәкләгән Ниғәмәт ауыл биләмәһе ауылдарҙы төҙөкләндереү, район һәм республи... — 7 августа 2026 г. в 04:32:40.223
Амур Әминев етәкләгән Ниғәмәт ауыл биләмәһе ауылдарҙы төҙөкләндереү, район һәм республика әһәмиәтендәге мәҙәни-спорт саралары ойоштороу, махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә гуманитар ылау әҙерләү, ҡаһармандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш алып бара һәм күптәргә үрнәк булып тора.Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Иң төҙөк ауыл" һәм башҡа проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ауыл биләмәһендә экологик акциялар һәм өмәләр гөрләп үтә. Ауыл биләмәһе хакимиәте, актив, йәмәғәт ойошмалары, учреждение коллективтары Талҡаҫ күле буйын тәртиптә тотоуға күп көс һала.Кисә үткән "Таҙа кесаҙна" акцияһында ла улар әүҙем ҡатнашып, ҙур эш атҡарып сыҡты.

