Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
Новости · 6 августа 2026 г.
9 августа Халыҡ-ара ерле халыҡтар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан ата-бабаларыбыҙ уйнаған милли башҡорт уйындарын иҫләп, уларҙы балаларға уйнатыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, саф һауала бик матур кисә үткәрелде. Үҙҙәренең бала-саҡ хәтирәләре менән Гөлшат Йосопова, Гөлйөҙөм Мәҡсүтова, Ильдар Абдуллин, Альмира Халикова, Әлиә Әбсәләмова, Фәрзәнә Әхмәтҡужина, Инзилә Халикова, Сәриә Зарипова бүлеште. Уйындар Гөлйөҙөм һәм Миңлеғәле Мәҡсүтовтарҙың күркәм өйҙәре алдында уйнатылды. 1)Кәпәс. Ике команда уйнай, 20 кешегә тиклем. Элек бура эсендә, йә асыҡ ерҙә уйнағандар. Һәр уйнаусы ойоҡҡа йомшаҡ әйбер тултырып туп эшләп ала. Тығыҙыраҡ булған һайын яҡшыраҡ, алыҫҡа оса, сәпкә тейә. Бер команда икенсеһенә ҡаршы уйнай, команданың уйынсыларына туп менән эләгергә кәрәк, улар билдәләнгән майҙан, йәки бура эсендә ҡаса, йүгерә. Туп эләктереүселәр уйындан сығып бара, уйын ике команданың берәүһенең уйынсылары тулыһынса сығып бөткәнсе дауам итә. 2) Ҡайыш. Балалар түңәрәк яһау, уртаға көтөүсе ултыра. Уның ҡулында ҡайыш. Көтөүсе ҡайыш менән һуғып уйынсыларҙы сығара. 3) Сөр(клюк), йәки бура уйыны. Популяр рус уйыны "Городки"ның башҡорт версияһы. Ергә ике һыҙыҡ һыҙыла, уртаһына сөр ултыртыла- 15-20 см буйлы берәй ағас, утын киҫәге. 70-80 см оҙонлоҡта таяҡ (бита) һуғыу өсөн кәрәк буласаҡ. Сөрҙө билдәле бер алыҫлыҡтан осора һуғыр кәрәк. Һуғып, билдәләнгән һыҙыҡтан сөрҙө, ә икенсе уйынсы таяҡты тиҙерәк алып урынына ултыртып "Клюк!" ҡысҡыра. Хәрәмләп (алдап) уйнаусылар өсөн наказ уйланған. Был уйынды малайҙар, хатта өлкән ағайҙар ҙа яратҡан, яҙ ер асылыу менән уйнай башлағандар. 3) "Сырмалсыҡ". Балалар түңәрәккә баҫа, ҡулға ҡул тотоноша. Уйын бөткәнсе ҡулдарҙы ысҡындырырға ярамай. Алдан һынамыш ярҙамында билдәләнгән көтөүсе ҡарамай тора. Түңәрәктә торған балалар "сырмала", көтөүсе түңәрәкте сисергә бурыслы. 4) "Аҡтар, ҡараҡтар" -флатар менән уйын. Ике команда ҡатнаша. Шулай уҡ "Машина бара, бара, стоп!" ("Машина ехала, ехала, стоп!" ), "Черта", Йүкә телефон" ("Глухой телефон"), "Һәпәләк" уйындары популяр булған. Ҡыҙҙар "Сер йәшереү" ("секретики"), уйнаһы, бәләкәс малайҙар әбейҙәрҙең галуштарына тупраҡ, таш тултырып уны машина итеп уйнатыр булған. Шуға ла бер береһенә ҡунаҡҡа йөрөгән инәйҙәр, галуштарын өйгә тотоп инер булған. Туп уйындары популяр булған, әммә туп дефицит булған. Һыйырҙың яҙғы йөнөн (баҡта тип атала) әүәләп, йомарлап туп яһағандар. ♥️Барлыҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге.
ЧП Самара! Тольятти Новости Life ЧС Инцидент ДТП
Город Горно-Алтайск
СВО | Сводки СВО | Видео СВО
СВО | Сводки СВО | Видео СВО
СВО | Сводки СВО | Видео СВО
СВО | Сводки СВО | Видео СВО
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.