Баш яулығың ҡырын тартып — 6 августа 2026 г. в 08:36:45.919
Баш яулығың ҡырын тартып 40 эшкә сума башың. Аша- тоша елеп баҫып, Һыйлы булһын тип ашың. Аяҡ - ҡулың тәпелдәмәй- Сәпелдәмәй ауыҙың. Шулай елдертә йөрөтә Был эш тигән яуызың. Хатта йәшең оноттора... Бер ергә биш баҫтырып. Тик артынан етеп булмай Ғүмер буйы баҫтырып. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, Ауыл еренең эше. Тик ер менән бәхетлебеҙ, Тик эш менән беҙ кеше. Туйтаң-тайтаң тороп баҫһаҡ, Тырнап асылһа күҙең. Нисек кисең килеп етә Һиҙмәй ҙә ҡалаң үҙең. . Малыңды ҡыуа һалырға, Ҡуҙғалмаҫ борон көтөү. Ағыңды эш итер кәрәк Әсемәҫ борон һөтөң Баҡсала үҫтерелгәнең Тилмереп һине көтә. Ҡый йолҡорға, һыу ҡойорға Саҡ - саҡ ваҡытың етә. Ҡош- ҡорт тулы кәртәң әйҙәй, Ем һорай һәр бер малҡай. Һәр беренә ярар кәрәк, Көс ғайрәт кәрәк аттай. Усаҡ, яғыу , ҡаҙан аҫыу, Һөт, ҡатығың бешереү. Ара- тирә иргенәңә Иркә ҡараш төшөрөү Ейәндәр йығылып китһә Өрөп, өшкөрөп бәйләү, Тәм- томоңдо теҙә һалып Йәндәй күреп бәпәүләү. Көн оҙоно нисә тапҡыр Аш һыуыңды хәстәрләү, Ҡамыр баҫыу, икмәк һалыу, Керҙе йыуып тәҫтәрләү. Салғы тотоп ҡый сабыу, Шул эшеңдән йәм табыу. Тырнанырға ваҡыты юҡ Ҡатып китһә лә ҡатыу. Күпме йүгерһәң дә етмәй, Йәйге оҙон көн шулай. Төн етһә лә баш туҡтамай Иртәнгә план уйлай.. Һеҙ ҙә моғайын шулай? Зәкирова Гөлсөм.

