Баймаҡ районы хакимиәте һәм Ҡоролтай тарафынан ойошторолған "Иң төҙөк ауыл" положениеһы... — 4 августа 2026 г. в 18:45:54.772
Баймаҡ районы хакимиәте һәм Ҡоролтай тарафынан ойошторолған "Иң төҙөк ауыл" положениеһына ярашлы, Ишбирҙе ауылы ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы " Иң матур сәскәле йорт" конкурсы ойошторҙо.Йомғаҡлау август аҙағында буласаҡ. Конкурста бөтәһе 24 гүзәл зат ҡатнашырға теләк белдерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр менән бер рәттән өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙары ла ихлас ҡатнаша. Һеҙҙе хөрмәтле ауылдаштарыбыҙҙың сәскәләр донъяһына, сәйәхәткә саҡырабыҙ.

