🏡 4 август — Ҡунаҡ көнө! — 4 августа 2026 г. в 06:11:11.611
🏡 4 август — Ҡунаҡ көнө! Ҡунаҡҡа йөрөшөү — ул күңелле осрашыуҙар, йылы аралашыу һәм матур хәтирәләр. Бөгөн ҡунаҡта үҙеңде тотоуҙың ябай ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәйек ⤵️ 🔹 Билдәләнгән ваҡытҡа килергә тырышығыҙ. Һуңлаһағыҙ, хужаларҙы алдан иҫкәртегеҙ. 🔹 Саҡырыуһыҙ килмәгеҙ һәм хужалар менән килешмәйенсә үҙегеҙ менән башҡа кешеләрҙе алып бармағыҙ. 🔹 Бәләкәй генә күстәнәс алып барыу урынлы: тәм-том, емеш-еләк, сәскә йәки сәйгә тәмлекәс. Өйҙә балалар булһа, уларға ла бәләкәй бүләк әҙерләргә мөмкин. 🔹 Өйҙөң йыһаздарын, ризыҡты, тәртипте һәм хужаларҙың йәшәү рәүешен тәнҡитләмәгеҙ. Һый-хөрмәт өсөн мотлаҡ рәхмәт белдерегеҙ. 🔹 Рөхсәтһеҙ шкафтарҙы, һыуытҡысты һәм бүлмә ишектәрен асмағыҙ. Шәхси әйберҙәргә теймәгеҙ. 🔹 Балаларығыҙ менән килһәгеҙ, уларҙың тәртибен үҙегеҙ күҙәтегеҙ. 🔹 Ҡунаҡта артыҡ оҙаҡ ултырмағыҙ. Хужаларға уңайһыҙлыҡ тыуҙырмайынса, ваҡытында ҡайтып китеү яҡшы. Ҡайтыр алдынан хужаларға ҡунаҡсыллыҡ һәм матур осрашыу өсөн рәхмәт әйтергә онотмағыҙ.

