Баймаҡ уҡсылары - сит илдəрҙə — 29 августа 2026 г. в 04:34:59.829
Баймаҡ уҡсылары - сит илдəрҙə 24-26 август Ҡырғыҙстанда "Илбирс-V" халыҡ-ара турниры уҙҙы. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбəкстан, Төркиə һəм Рəсəйҙəн 80-дан ашыу уҡсы ҡатнашты. Бөтə донъя күсмəндəре уйындарында үҙ илдəренең намыҫын яҡлаясаҡ көслө мəргəндəрҙең ҡатнашыуы турнирға юғары бəҫ өҫтəне. Рəсəй командаһы составында башҡорт уҡсылары ла ҡатнашты: Баймаҡ районынан Рахманғолов Ғəфүр, Мырҙағəлин Илфат, Нурмөхəмəт менəн Имангөл Бикбирҙиндар, Учалы районынан Вəлеева Динə һəм Белореттан Ғəлиуллина Айгөл. 50 метрға Тəкə-бута сəбенə атышҡанда Илфат Мырҙағəлин көслө мəргəнлек күрһəтеп, көмөш миҙал алыуға өлгəште. Шулай уҡ 50 метрға командалар араһында ярышта Рəсəйҙең йыйылма командаһы составында Илфат Мырҙағəлин, Ғəфүр Рахманғолов, Айгөл Ғəлиуллина икенсе баҫҡысҡа менеп һөйөндөлəр. 30 метрҙан ҡырғыҙ жамбыһына атышҡанда Вəлеева Динə апайыбыҙ бронза миҙал элəктерһə, 3д-һунар буйынса 2-се урынды яуланы. Ғ.Рахманғолов.

