Йәй менән хушлашыу: «Йәйҙең һуңғы бер көнө»ндә күңелдәр яна. — 28 августа 2026 г. в 20:00:13.170
Йәй менән хушлашыу: «Йәйҙең һуңғы бер көнө»ндә күңелдәр яна. Кисә Ярат ауылының мәҙәниәт йорто ысын мәғәнәһендә гөрләп торҙо. Бында «Йәйҙең һуңғы бер көнө» тип аталған сағыу шоу-дискотека үтте. Был кис — йәйҙе оҙатыу ғына түгел, ә йылы миҙгелдең иң сағыу минуттарын иҫкә алып, дәрт-дарман туплау өсөн шәп мөмкинлек булды. Көҙгөсә йылы, ләкин моңһоу кисте йыр-моң, шат көлөү һәм дәртле ритмдар алмаштырҙы.Танцполда иһә — үҙенә күрә бер сихри донъя! Ауылдаштарыбыҙ ихласлап бейене, күңел асты. Кемдер заманса ритдарға ҡушылып дәртләнһә, кемдер парлашып, талғын ғына әйләнде. Төрлө йылдарҙың иң сағыу хиттары ағылды! 80-се, 90-сы, 2000 йылдарҙың ностальгия уятҡан көйҙәре лә, бөгөнгө көндөң иң популяр эстрада йырҙары ла яңғыраны. Һәр кем үҙенә оҡшаған йырға ҡушылып йырланы, уларҙы йәшлектәренә, иң матур хәтирәләргә алып ҡайтты. Был кис барыһына ла көс-дәрт , күңелдәргә йәм өҫтәне. Йәйҙе ошондай матур, сағыу һәм йәнле итеп оҙатыу — үҙе бер ғүмер. Ярат ауыл хакимиәте.

