Һыуыҡ көндәр көтөлә — 28 августа 2026 г. в 16:07:17.825
Һыуыҡ көндәр көтөлә Шәмбе, 29 августа, һиҙелерлек һыуыта. Республиканың күпселек биләмәһендә ямғыр яуасаҡ. Термометр бағанаһы төндә +7,+12 градус күрһәтәсәк. Көндөҙ максималь температура +25 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Ел йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа һәм төньяҡҡа үҙгәртә. Йәкшәмбе, 30 августа, температура төшөүен дауам итә. Төндә 0-дән +8 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә, урыны менән тупраҡта тәүге ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ һауа +13,+18 градусҡаса йылына. Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын булып ҡаласаҡ. Алдағы эш аҙнаһында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк.

