Перейти к содержимому
Максиметер

«Сәләмәт ауыл» — изге эш!

«Сәләмәт ауыл» — изге эш! 2-се Төркмән ауылында «Сәләмәт ауыл» акцияһы сиктәрендә бергәләп рассольник бешерҙек. Был татлы аш беҙҙең өсөн генә түгел. Ауылдаштарыбыҙ әҙерләгән рассольник һалдаттарыбыҙға, СВО-ла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға оҙатыласаҡ. Ҡаҙандарҙа ҡайнаған тәмле аш, тоҙланған ҡыярҙың еҫе, йылы икмәк — былар барыһы ла ауылдаштарыбыҙҙың ихласлығын, ярҙам итергә әҙерлеген күрһәтте. Һалдаттарыбыҙға йылы һүҙ, тәмле аш, ышаныслы тыл кәрәк. Беҙ уларҙы яҡындарыбыҙ кеүек көтәбеҙ, ярҙам итәбеҙ. Был изге эштә ҡатнашҡан һәр ауылдашыбыҙға рәхмәт! Бергә булғанда беҙ көслөбөҙ!" - тип хәбәр Икенсе Төркмән ауылы халҡы.

190 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

559 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.