2026 Ҙур һәм Татыу ғаилә йылына ҡарата Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Тормош боролоштарын...
2026 Ҙур һәм Татыу ғаилә йылына ҡарата Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Тормош боролоштарында" осрашыу- кисәһе булып үтте.Сара ла ауылдың ихтирамға лайыҡ ҡатын- ҡыҙҙары ҡатнаштылар.Кисә " Тормош боролоштарында" тип аталды, сөнки унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең яҙмышы- ул үҙе батырлыҡ. Ауылыбыҙҙың сабыр, егәрле ҡатын- ҡыҙҙары үҙ ғүмерҙәрендәге иң сетерекле боролоштарҙы нисек еңеп сығыуҙары , яҙмыш һынауҙарына бирешмәй , тормоштан йәм табып йәшәү серҙәре менән уртаҡлаштылар. Кисә изге теләктәр менән тамамланды.