Мерәҫ ауыл китапханаһында МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөүсе егеттәребеҙҙең әсәләре изге ниәт ...
Мерәҫ ауыл китапханаһында МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөүсе егеттәребеҙҙең әсәләре изге ниәт менән йыйылдылар. Һәр ваҡыт яугирҙәребеҙгә ылау ебәреүҙә тос өлөш индерә батыр улдар үҫтереүсе әсәйҙәр. Бөгөн дә яуҙа йөрөүсе егеттәребеҙгә күңел йылыларын ҡушып, изге доғаларын уҡый - уҡый "ҡоро душ" эшләнеләр. Ир - егеттәрҙең аҫылдарын үҫтереүсе әсәйҙәргә, спонсорыбыҙ Ильмира Хусаиноваға ҙур рәхмәт, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ә егеттәребеҙгә яҡындары янына имен - һау, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.