Тыуған ерҙең йылыһы — сәк-сәктә!
Тыуған ерҙең йылыһы — сәк-сәктә! Бөгөн беҙҙең уңған, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яугирҙәребеҙ өсөн изге эш башҡарҙы. Улар күңел йылыһын һалып, милли ризығыбыҙ — телде йоторлоҡ, баллы сәк-сәк бешерҙе.Был татлы ризыҡ яугирҙәребеҙгә алыҫта булһа ла, тыуған яҡтың йылыһын, әсәләрҙең наҙын, өйҙә көтөп ултырғандарҙың һағыныуын алып барыр. Был ризыҡ уларҙы һәр саҡ йорттарына, ғаиләләренә тартып торһон! Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Ярат ауыл биләмәһе.