Ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары МХО - ла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә сираттағы гуман...
Ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары МХО - ла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләне. Посылкаларға һайлау көндәрендә, "Гөлназ", "Аҡсарлаҡ" магазиндарына ҡуйылған "Изгелек ҡумта"ларына ауылдаштар һалған әйберҙәр(носкиҙар, эш бирсәткәләре, гигиена кәрәк - яраҡтары, сәй, консервалар, тәмлекестәр, сухари һ. б) тупланды. Ағинәйҙәр әҙерләгән 27 банка борщ, шулай уҡ ауылдаштарҙан күстәнәс: рассольник, тоҙланған ҡыяр, салаттар һалдаттарыбыҙ ризығына яҙһын. Һәр эштә лә әүҙем булған ағинәйебеҙ Сирғәлина Әлфирә алманан повидло һәм ҡайнатмалар, мендәрҙәр алып килде. Госпиталь өсөн посылкаларға Мөхәмәтйәнова Суфия алып килгән әйберҙәр, мендәрҙәр һалынды. Гуманитар ярҙамды Фәниә һәм Динар Мәжитовтар "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабына алып барып тапшырҙы, уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарға сауабын насип итһен. Бергә һәм берҙәм булайыҡ! Икенсе Этҡол "Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.