"Йәшел Башҡортостан " акцияһы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорто алдында баҡса эшләргә ҡар...
"Йәшел Башҡортостан " акцияһы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорто алдында баҡса эшләргә ҡарар ителде. Шул маҡсаттан сығып, бөгөн ағас ултыртыласак ер кәртәләнеп алынды. Бөгөнгө өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Гел шулай әүҙем булып ҡалығыҙ. Бергәләп беҙ ауылыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ һәм төҙөклөрәк итә алабыҙ! Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе.
202 просмотров