"Ишбирҙе ауылының "Өмөт" һәм Йылым ауылының ирекмәндәр клубы менән берлектә массетка м...
"Ишбирҙе ауылының "Өмөт" һәм Йылым ауылының ирекмәндәр клубы менән берлектә массетка материалдарын үреүҙе башлап ебәрҙек. Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙы материалдарҙы ҡырҡып әҙерләп бирҙе. Бөрйәнйылға ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының тилбер ҡулдары урап та ҡуйҙылар. Гөлсәсәк Кәйекбирҙина, Ғәзимә , Сәрүәр Юнысовалар, Илгизә Ямалетдинова, Мәрйәмә Биҡҡолова, Роза , Зилә Тләүсиналар оҫта итеп үрә башланылар.Бергәләшеп кәңәшләшеп эшләүе , һуңынан тәмле сәй өҫтәленән һуң бейешеп алыуы бик күңелле булды", - тип хәбәр итте "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Бөрйәнйылға ауылы халҡы.