Мотал Рәмов
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре Ҡолаҡ та юҡ, рак та юҡ... Дауаханала төрлө мәҙәктәр хаҡында күп ишетергә тура килә. Сөнки сиренән миктәгән ауырыуҙар аҙға булһа ла онотолоп торорға, донъя мәшәҡәттәренән арынырға теләй барыһы ла. Унан көн дә ҡабатланып торған дауахана ығы-зығыһы ла ялҡыта, оҙон көндәрҙе нисек тә тиҙерәк үткәрге килә... Шулай, палаталағы алты ир системалар көтөп, юҡ-бар хәбәргә тейештек. Һәр кем үҙе ишеткән-белгән мәҙәктәре менән уртаҡлаша. Минең ҡыҙыҡлы хәлдәргә битараф булмауымды, иғтибарға лайыҡлы һәр нәмәне ҡуйын дәфтәремә теркәп барғанлығымды, ул ғына ла түгел, мәҙәктәр тупланған китабым сыҡҡанын яҡшы белгән райондаштарым айырым бер ләззәт менән хәбәрҙәрен теҙә. –Бер таныш ағайҙың ҡолаҡ осонда уйламағанда-көтмәгәндә шеш барлыҡҡа килде, – эргәмдәге карауатта ятҡан ҡорҙашым, ятҡан еренән терһәкләнеп, минең яҡҡа боролдо ла, мәҙәк хәлен бәйән итә башланы. – Китте был район дауаханаһына хирургҡа күренергә. Барған, ингән докторға. Уныһы ентекләп тикшереп ҡараған да: –Яман шешкә оҡшаған, дауаханаға һалырға тура килер һеҙҙе, – ти икән. – Анализдар алып, ентекле тикшереү үткәрергә кәрәк! Ята был хирургия бүлегендә, бер көндө янына доктор инә. –Ағай, ғәфү итегеҙ, Һеҙгә күңелһеҙ хәбәр еткерәм – минең шикләнеүҙәрем дөрөҫкә сыҡты. Һеҙҙә яман шеш барлыҡҡа килгән. Өфөгә, махсус дауаханаға ебәрәбеҙ һеҙҙе, ҡалғанын унда хәл итерҙәр. Махсус дауаланыу үтеп, артабан инвалидлыҡ юлларға тура килер... Артыҡ ныҡ бошонмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр... Докторҙың хәбәренән хәтере ҡалған ағай Өфөгә юллана. Унда ла йылы һүҙ әйтмәйҙәр, шунда уҡ стационарға һалып та ҡуялар. Иртәгәһенә дауалаусы доктор уны ординаторҙар бүлмәһенә саҡырып ала. –Туғаным, ваҡытында килгәһегеҙ беҙгә, ауырыуығыҙ метастаз биреп өлгөрмәгән, был бик яҡшы! Тимәк, һеҙҙәге яман шеште туҡтатыу, хатта юҡҡа сығарыу мөмкинлеге бар әле... Тик беҙгә ҡолағығыҙҙы мөнтәргә тура килә инде... –Уныһы нимә була тағы... –Ну... Бер өлөшөн киҫеп ташларға кәрәк булыр... Әйтелгән эш – бөткән эш, бер нисә көндән ағайҙың ҡолағын ҡырҡып, бер аҙ дауалап, ҡайтарып та ебәрәләр. Ҡайтҡас, әлеге ағай ауылдаштарына һөйләй икән: –Ҡолаҡты ҡырҡтырып, инвалидлыҡ юллап алырмын да, ҡырын ятып пенсия ашармын, тип уйлаһам, ҡолаҡ та юҡ, рак та юҡ, инвалидлыҡ та юҡ... Йөрөйәм инде хәҙер “һыңар ҡолаҡ Хисами” булып... Палата ирҙәрҙең көлөү тауыштарына күмелде...