Бөгөн, Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың өсөнсө көнөндә, Гөлшат Юныспаеваның өйөнә й...
Бөгөн, Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың өсөнсө көнөндә, Гөлшат Юныспаеваның өйөнә йыйылып, Икенсе Этҡол ауылының ағинәйҙәре МХО - ла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ өсөн егерме ете банка борщ әҙерләнеләр. Улар яҡын арала гуманитар ярҙам менән оҙатыласаҡ. Тыуған ерҙәрендә үҫкән йәшелсәләрҙән эшләнгән өй ризығы һалдаттарыбыҙға еңеү яулауға көс - дәрт өҫтәһен. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир - егеттәребеҙ тыуған яҡтарына имен - һау әйләнеп ҡайтһындар, тигән изге теләктәбеҙ. "Ағинәйҙәр"ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.