Перейти к содержимому
Максиметер

#2Этколауылкитапханаһы

#2Этколауылкитапханаһы #Башҡорт_китабы_аҙналығы Ауылдашыбыҙ яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың «Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән» китабы — ул бары тик тарих бите генә түгел. Был — хәтеребеҙҙең, халҡыбыҙҙың үткәне менән бәйләнеше. Автор уҡыусыны 1941–1945 йылдарҙағы дәһшәтле һуғыш эсенә алып инә. Уның биттәрендә беҙ совет һалдаттарының, тыл батырҙарының ниндәй ауырлыҡтар аша үтеүен күрәбеҙ. Уларҙың ҡаһарманлығы, сабырлыҡтары һәм Тыуған илгә булған сикһеҙ мөхәббәте тетрәндермәй ҡалмай. "Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән"тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Китапта һүрәтләнгән ваҡиғалар, геройҙарҙың кисерештәре шул тиклем тәрән, улар быуындан-быуынға күсеп, әле лә йөрәктәрҙе һыҙлата. Был китапты уҡып сыҡҡас, тыныс тормоштоң ниндәй ҡиммәт менән яуланыуын тағы бер тапҡыр аңлайһың һәм һәр иртәбеҙҙең аяҙ булыуына рәхмәт әйтәһең. Азамат Тажетдинов үҙенең китабында һуғыштың шаңдауы онотолмауын, уның тураһында хәтерҙе киләсәк быуындарға еткереү кәрәклеген ябай, әммә ифрат та йылы һәм ихлас тел менән бәйән итә. Был китап — үҙенсәлекле аманат, уны һәр башҡорт ғаиләһе уҡырға тейештер. Фәниә Мәжитова.

221 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

559 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.