Үрге Иҙрис мәсете мәхәлләһе йылдағыса Ололар көнөн матур итеп билдәләне.Ошо ауылда тыуы...
Үрге Иҙрис мәсете мәхәлләһе йылдағыса Ололар көнөн матур итеп билдәләне.Ошо ауылда тыуып үҫкән,хәҙер Семёновск ауылында йәшәүсе Ишбикә һәм Морат Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе МХО-ла ҡатнашыусы Рифон позывнойлы улдарына бағышлап ҡорбан ашы үткәрҙе.Ауыл мәсетенең имам- хатибы һәм уның ярҙамсылары был тәҡдимгә шатланып риза булды,туғандары һәм ауылдаштар күтәрмәләп алды.Ҡорбан ашында аят бағышлау,үҙ-ара аралашыу, ислам диненә арналған һөйләшеү һәр кемдең күңеленә хуш килде.