‼2027 йылда отпускты ҡасан алыу яҡшыраҡ
‼2027 йылда отпускты ҡасан алыу яҡшыраҡ 2027 йылда март, апрель, июль, август, сентябрь һәм декабрь айҙарында отпуск алыу отошлораҡ. Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетында белдерҙеләр. "Байрам көндәре аҙыраҡ, ә эш көндәре күберәк булған айҙарҙа отпуск алыу яҡшыраҡ. Белеүебеҙсә, ғинуарҙа һәм майҙа байрам көндәре күп, был бик һәйбәт. Ә бына, мәҫәлән, 2027 йылдың март, апрель, июль, август, сентябрь йәки декабрь айҙарында отпуск алыу отошлораҡ", — тине депутат Элеонора Кавшар. Уның һүҙҙәренсә, мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы булыуға ҡарамаҫтан, был айҙа эш көндәре, мәҫәлән, ғинуарға йәки майға ҡарағанда барыбер күберәк.